Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Лицей села Толбазы муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан

Главная Регистрация Вход
Меню сайта

Полезные ссылки

Календарь
«  Декабрь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Архив записей

Поиск

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Форма входа


Главная » 2022 » Декабрь » 11 » Үҙ ҡулдарыбыҙ менән тылсым
12:44
Үҙ ҡулдарыбыҙ менән тылсым

 Изгелек – ҡояш нурына тиң тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр ололар. Бер-береңә ярҙам итешеп йәшәү, асыҡ йөҙлө, тәмле һүҙле булыу кешеләргә ҡояштың яҡты нурҙары кеүек үк кәрәк. Кеше тормошта һәр саҡ яҡшылыҡ ҡына эшләр өсөн тыуа. Кеше йәшәүенең төп мәғәнәһе изгелек ҡылыу, изгелек эшләү.Ысын күңелдән эшләнгән ярҙам, изгелек  матди ҡиммәттәр менән генә түгел, ә тәү сиратта кеше, йылы мөнәсәбәт, шәфҡәтлелек, сәләмәтлеге сикләнгән кешенең проблемаларын аңлау менән үлсәнә. Һәм бына ошо бөтә әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, Талбазы ауылы Лицейының 8Б класс уҡыусылары, шулай уҡ ирекмәндәр булараҡ та,  ошо көндәрҙә Үҙәк  район китапханаһына юл тотто. Китапхана хеҙмәткәре Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән ”Үҙ ҡулдарың менән тылсым” оҫталыҡ дәресен ҡарап, Яңы 2023 йылдың төп геройы – Йорт ҡуяндарына арнап 25 күҙ яуын алырлыҡ открыткалар эшләнеләр, ҡуяндан башҡа шиғыр юлдарына һалынған ҡотлау һүҙҙәре лә яҙҙылар. Барыбыҙҙың да яратҡан байрамыбыҙ - Яңы йыл яҡынлаша,шуның өсөн дә ирекмәндәр был открыткаларҙы сәләмәтлектәре сикләнгән балаларға юллаясаҡтар, улар белә, иң ҡиммәтле бүләк ул - үҙ ҡулдары менән эшләгәне һәм  йылы уй-теләктәр һалынғаны.

Ауырғазы районы Талбазы ауылы Лицейының  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы


Просмотров: 85 | Добавил: Ilsh07 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Яндекс.Метрика Рейтинг@Mail.ru
Создать бесплатный сайт с uCoz