Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Лицей села Толбазы муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан

Главная Регистрация Вход
Меню сайта

Полезные ссылки

Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Архив записей

Поиск

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Форма входа


Главная » 2023 » Январь » 9 » Яңы йыл-иң матур, иң күркәм байрам
09:35
Яңы йыл-иң матур, иң күркәм байрам

 Яңы йыл-иң матур, иң күркәм байрам. Балалар уның килеүен  түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки улар әкиәткә ихлас ышана, ҡышҡы байрамдарҙың, каникулдарҙың башланыуын көтә! Байрамса мөхитте булдырыу өсөн ауыл,ҡалалар,өйҙәр биҙәлгән,бөтә тирә-яҡ тылсымлыҡҡа күмелгән. Хатта урамдарҙа әкиәт персонаждарын, Ҡыш бабайҙы,Ҡарһылыуҙы күреп ҡалырға ла мөмкин.   Ә инде уҡыусыларҙың был байрам кәйефе тулы 11 көнгә һуҙыла.  Ғәжәйеп күренешле  Яңы йыл ,Раштыуа байрамының, каникулдарҙың  ыңғай һәм шатлыҡлы яҡтарын күберәк күреп ҡалыу, оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы, иҫтә нығыраҡ ҡалыуы, үҙебеҙҙән тора. 

  Бына, бөгөн, ғинуар айының алтынсы көнөндә Ауырғазы районы Талбазы ауылының 8Б класс уҡыусылары Үҙәк китапханаға юл тотто. Унда беҙҙе Гөлназ Мөнир ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән “Вифлей йондоҙо” тип аталған оҫталыҡ дәресе көтә ине. Әлеге ваҡытта гәзит көпшәләренән эшләнгән әйберҙәр популярлыҡ яулай, уларҙан яңы йылдың төп символы – декоратив шыршы, йондоҙсоҡ кеүек сувенирҙар үреп алырға мөмкин ине.  Уҡыусылар ошо мөмкинселектән сығып үҙ ҡулдары менән көпшә эшләргә, һуңынан инде үрергә өйрәнделәр. Бер эш тә һә тигәнсе килеп сыҡмай, әлбиттә. Бындай эш бик күп тырышлыҡ, түҙемлелек талап итә. Тырыша торғас дәрес аҙағына уҡыусыларҙың ҡулдарында йондоҙ ҙа, шыршы ла барлыҡҡа килде.  Үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәргә хаҡ биреп булмай тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Унда киткән ваҡыт, сығымдарҙың иҫәбе – һаны юҡ. Әммә яратҡан, мауыҡтырғыс шөғөл, сығымдарға ҡарап тормай. Бына ошолай тыныс, аңлайышлы итеп кенә һөйләне беҙгә үҙ шөғөлө тураһында Гөлназ Мөнир ҡыҙы.

Балалар үҙ ҡулдары менән үрелгән шыршылар һәм яңы йыл йондоҙҙары менән ҡәнәғәт ҡалды. Һәм класс етәксеһе  менән бергә яңы йыл каникулдарында файҙалы үткәргән ваҡыт өсөн рәхмәт белдерҙе

Ауырғазы районы, Талбазы ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы

Просмотров: 90 | Добавил: Ilsh07 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Яндекс.Метрика Рейтинг@Mail.ru
Создать бесплатный сайт с uCoz