Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ – һәр кешенең эшелер, мәҡәленә таянып, беҙ класташыбыҙ Солтанов Саматтың хәлен белергә барҙыҡ.
Класташыбыҙ сентябрь айында, юҡтан ғына бәләгә осраны. Мәктәптән ҡайтып барғанда, аяғы тайып китеп йығылып, ҡулын һындырҙы. Бына инде ике ай дауамында ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Уҡытыусылар өйөнә йөрөп уҡытһалар ҙа уға класташтарының тауышы, улар менән бергә парта артында ултырыу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу етмәй. Әммә ләкин беҙ уға күңелһеҙләнеп ултырырға, һағынырға, һарғайырға юл ҡуйырға тейеш түгел, тигән уйға килеп уның хәлен белергә барып йөрөйбеҙ.
Ә барыр алдынан Рухи-әхлаҡи мәҙәниәт нигеҙе (ОДНК) дәресендә үтелгән ауырыуҙың хәлен белеү этикетын иҫкә төшөрәбеҙ. Барыр алдынан телефондан ата-әсәләренән ризалыҡ һорарға, урынына һәм хәленә ҡарап, тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнеү, күпме ваҡыт бүлеүен иҫәпкә алырға , кәйефен күтәреү маҡсатында һөйләшеү ҡорорға , диалог барышында яғымлы тотанаҡлы булыу, иҫәнләшеп керергә, һаубуллашып сығырға, китер алдынан изге теләктәр теләргә, һағыныуҙарын, көтөп ҡалыуҙарын еткерергә.
Һәм этикетка таянып уҡыусылар Саматҡа юлланалар.Улар үҙҙәре менән татлы күстәнәстәр ҙә алырға онотмайҙар.Ауырыу кешегә ошонан да ҙур шатлыҡ бармы икән? Әлбиттә, юҡ.
Ул үҙенә ҡарата ихтирамды, ихтыярҙы,хөрмәтте тойоп тиҙерәк һауығып беҙҙең арала булыр тип ышанабыҙ.
5Б класс етәксеһе Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы. |