Октябрь айы байрамдарға бик бай. Эйе,сөнки Республикамдың туған көнө менән бер айҙа яҡташым, бөйөк шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит ағай Назаровтың да тыуған көнө.Уның юбилей кисәһе барлыҡ мәктәптәрҙә, китапханаларҙа ҙурлап ойошторола.
Талбазы ауылы лицейы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.Улар араһында булған шиғриәт һөйөүселәр, шиғырҙарын күңел түрендә йөрөтөүселәр Рәшит ағайҙың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан икәнен яҡшы белә.
Рәшит Сәйетбаттал улы бәрәкәтле, бай Ауырғазы ерендә үҫә, бергә үҫкән иптәштәре, дуҫтары, туғандары тураһында йылы, йәнгә яҡын тылсымлы һүҙҙәрен, тәүге һөйөү хистәрен шиғри юлдарға һала.
Рәшит Назаров ижадында иң мөһиме — матурлыҡ, әсә-бала, дуҫ-туған, сатира-юмор темаһы бик ҙур урын алып тора.
Ошо ҙур, күркәм75 йәшлек юбилейы ыңғайына яҡташыбыҙҙың рус, татар, башҡорт, инглиз телдәрендә шиғырҙарын уҡыусыларыбыҙ ғорурлыҡ менән башҡарҙылар. Ә инде тамашасыларға килгәндә, күҙ йәшһеҙ тыңламаған кеше булмағандыр.
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров, беҙҙең арала булмауына ҡарамаҫтан, үҙенең тамашасыһы алдында һәр ваҡыт тура һүҙле, халыҡсан, ихлас һәм кешелекле шәхес булып ҡалыр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы.
|