Бөгөн, йәғни, 14 декабрь, бөйөк мәғрифәтсе Мифтәхетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, республикала, шулай уҡ беҙҙең Талбазы ауылы Лицейында ла Башҡорт теле көнө ҙурлап билдәләнде. Сағыу был байрам иртән уҡыусыларҙы башҡорт бейеү көйҙәре, башҡорт теле тураһында йырҙар менән ҡаршы алыуҙан башланды.
Икенсе ҡатта уҡыусылар ярҙамы менән эшләнгән стенгазеталар урын алды.
Китапханала башҡорт теленә бағышланған күргәҙмә ойошторолдо.
Ҙур тәнәфестә инде уҡытыусылар Айһылыу Әхәт ҡыҙы, Гөлфиә Мөхәммәт ҡыҙы һәм Рәйсә Усман ҡыҙының дәрестәренән фотоһүрәттәр, уҡыусыларҙың тасуири уҡылып яҙылған видеоларынан йыйылып эшләнгән фильм күрһәтелде.
Артабан уҡытыусылар дәрестәрендә башҡорт теленең ниндәй әһәмиәткә, көскә эйә икәнлеге, телде һаҡлау, яҡлау, үҫтереү тураһында һүҙ алып барҙылар. Өлкәнерәк кластарҙа, әңгәмәнән һуң, йәш режиссер Азамат Ишемгужиндың өр-яңы ҡыҫҡа метражлы ” Һайлау” фильмын ҡаранылар.
Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау сигендә торған Лицей уҡытыусылары уҡыусыларға үҙ теләк-фекерҙәрен әйтте .
“Телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, телебеҙҙе онотмайыҡ, күберәк үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек, ҡәҙерләйек, киләсәккә һаҡлайыҡ. Шул ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ ”,- тип ошондай матур, йөрәккә үтеп керерҙәй һүҙҙәр менән тамамланды бөгөнгө күркәм байрам.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы
|